БӨҘРӘ СПАРАССИС, бәшмәкле кәбеҫтә (Sparassis crispa), базидиомицеттар класының спарассистар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Емешлек тәне диам. 6—30 см, йомро, аҡһыл йәки һарғылт, һуңынан көрән; ялпаҡ тармаҡлы көрәк япраҡтарҙан тора, улар аҫҡы өлөшөндә тығыҙ һапҡа ҡушылған, тупраҡта урынлашҡан. Итсәһе аҡ, хуш еҫле. Гименофоры шыма йәки ҡытыршы, аҡһыл һары йәки һоро. Гименийы пластинканың аҫҡы яғында урынлашҡан. Споралары эллипс формаһында, төҫһөҙ йәки асыҡ һары, майлы. Спора онтағы аҡһыл, һарғылт төҫтән алып ҡыҙғылт һарыға тиклем. Башҡорт ҡурсаулығы һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулығы урмандарында ылыҫлы ағастарҙың олон төбөндә үҫә; сент. алып окт. тиклем осрай. Ашарға яраҡлы бәшмәк. БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

И.Е.Дубовик

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика