БРОЙЛЕР (ингл. broiler), үҫтереү өсөн ем аҙ сарыф ителгән тиҙ үҫеүсе һәм өлгөрөүсе гибрид бала ҡош. Б. махсуслаштырылған ит йәки ит‑йомортҡа тоҡомдары линияларын аталандырыу юлы м‑н сығарыла. Б. производствоһында себеш һәм өйрәк бәпкәһе 8 аҙнаға тиклем үҫтерелә, ҡаҙ бәпкәһе һәм мысыр тауығы себеше — 12 аҙнаға тиклем, күркә себеше — 17 аҙнаға тиклем. Башҡортостанда ҡошсолоҡ ф‑калары юғары продуктлы Иза Хоббард, Кобб, Конкурент 2 һәм Смена кростары себештәрен үрсетеүгә махсуслаша (ҡара: Ҡошсолоҡ). Б. инкубацияһы өсөн йомортҡаны “Юбилейный” һәм “Сәрмәсән” тоҡомло ҡошсолоҡ ф‑калары етештерә (2009 й. 27,1 млн дана). Б. “Турбаҫлы бройлерҙары” ААЙ‑нда (2008 й. 760 мең баш) һ.б. үрсетелә.

Әҙәб.: Мымрин И.А. Бройлерное производство. М., 1989; Гизатуллин Р.С., Опарин П.Н. Производство мяса птицы //Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997.

Р.Р.Ғадиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика