БРОДСКИЙ Пётр Абрамович (30.7.1935, Днепропетровск ҡ. — 26.11.2010, Израиль), инженер. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1976), РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1986). Мәскәү химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑ты (Октябрьский ҡ.) инженеры, 1972 й. алып дир. урынбаҫары. 1977 й. башлап Тверь ҡ. эшләй: “Нефтегеофизика” ҒПБ дир., 1982 й. — Геол. һәм каротаж ҒТИ дир., 1994 й. — “Геофизик разведка скважиналары” ҒПП‑ның ген. директоры. 1997—2001 йй. “Газпромгеофизика” АЙ‑ның (Мәскәү) ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатламдарҙы каротаж кабеленә тоташтырылған приборҙар ярҙамында тикшереүҙең геофизик һәм гидродинамик ысулдарын эшләү м‑н бәйле. Скважиналарҙағы ҡатламдарҙы гидродинамик тикшереү өлкәһендә ғилми йүнәлеште ойоштороусы. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 78 уйлап табыу авторы. 1993—94 йй. “Геофизика” ж. баш мөхәррире. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1980), И.М.Губкин ис. пр. (1983) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Опробование пластов приборами на кабеле. М., 1974; Научно-техническое обоснование создания современных комплексов аппаратуры, оборудования и средств обработки информации для геофизических исследований в скважинах. М., 1980.

К.В.Антонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика