БӨГӨЛМӘ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһының көнсығыш өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1851 й. — Һамар губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта Минзәлә өйәҙе, көнсығышта Бәләбәй өйәҙе, көньяҡта Боғорослан өйәҙе һәм Сергиевск өйәҙе, көнбайышта Ҡазан наместниклығы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Бөгөлмә ҡалаһы. Майҙаны — 12295 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 61318 кеше (ш. иҫ. башҡорттар 3131), 1897 й. — 299884 (башҡорттар — 29647, мордвалар — 37498, сыуаштар — 25406, татарҙар — 62406, типтәрҙәр — 43568, урыҫтар — 95036 һ.б.), 1908 й. — 369,9 мең кеше. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 280374 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 17614, дворяндар — 725 һ.б.; мосолмандар — 137090, православие динендәгеләр — 159674 (ш. иҫ. 1865 старообрядсы) һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 10‑сы башҡ. һәм 5‑се мишәр кантондары ойош торола. 1811 й. өйәҙҙә 182 торама пункт һәм 3 ҡәлғә була. 19 б. уртаһында башҡорттар 71 ауылда йәшәй. 20 б. башында өйәҙ 38 улусҡа бүленә. А.х. халыҡтың 82,8%‑ы мәшғүл була. Елизаветинский а. буҫтау ф‑каһы, 2 йылҡысылыҡ һәм 2 шарап ҡыуыу заводы эшләй. Бөгөлмәлә, Воскресенск, Сирмешән, Әлмәт, Яңы Дубенский аа. йәрминкәләр үткәрелә. 1911—14 йй. өйәҙ аша Волга—Бөгөлмә т. юлы (Мәләкәс—Шишмә участкаһы) үтә. Өйәҙ 1920 й. бөтөрөлә, уның терр‑яһы ТАССР, Ырымбур һәм Һамар губ. составына инә.

Әҙәб.: Административ-территориаль ҡоролош”мәҡ. ҡарағыҙ.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Карта: Бөгөлмә өйәҙе (19 б. аҙағы)

Яндекс.Метрика