БРИЦКЕ Эргард Викторович (8.1.1877, Рига — 28.9.1953, Мәскәү), химик‑технолог һәм металлург. СССР ФА (1932; 1936—39 йй. вице‑президенты) һәм В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ФА акад. (1936). 1941—44 йй. СССР ФА‑ның Урал ресурстарын мобилизациялау комиссияһы рәйесе урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре минераль сеймал эшкәртеүҙең химик‑технологик процестарын өйрәнеүгә, органик булмаған тоҙ етештереү технологияһын эшләүгә, а.х. химиялаштырыу проблемаларына арналған. Б. мәғдәндәрҙән термик юл м‑н фосфор ҡыуыу, фосфориттарҙан өҙлөкһөҙ фосфор к‑таһын экстракциялау, титанлы магнетиттарҙы эшкәртеү ысулдарын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Б. һәм И.П.Бардин етәкс. Уралда эҙләнеү эштәре һәм Белорет металлургия з‑дында (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) урындағы сеймал нигеҙендә ҡорос етештереү ойошторола. В.И.Ленин ис. пр. (1929), Сталин пр. (1942) лауреаты.

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика