АБҘАҠ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта Ерекле һәм Төйәләҫ йй. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 151 кеше; 1920 — 205; 1939 — 156; 1959 — 208; 1989 — 150; 2002 — 146; 2010 — 144 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1834 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Назар а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Абыҙгилде (тәүге төпләнеүсе поход яҫауылы Абыҙгилде Ташбулатов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 24 йортта 125 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. А. эргәһендә Ғәҙелша шарлауығы аға.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 



 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.