БРИЗДАР, диңгеҙ, ҙур күл, һыуһаҡлағыс һәм йылға ярҙары буйлап тәүлек әйләнәһенә ҡабатланып тороусы термик сығышлы урындағы еңелсә ел. Көндөҙгө Б. һыу өҫтөнән йылынған ярға табан, төнгө Б. һыуынған ярҙан һыу ятҡылығына иҫә. Тропиктарға хас. Уртаса киңлектәрҙә Б. көсһөҙөрәк, аҙ болотло һауа торошо шарттарында һәм баҫымдың бәләкәй горизонталь айырымлыҡтары ваҡытында формалаша. Башҡортостанда Павловка һыуһаҡлағысында, Нөгөш һыуһаҡлағысында, Асылыкүлдә, Ҡандракүлдә һ.б. күҙәтелә.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.