БРЕШКО‑БРЕШКОВСКАЯ Екатерина Константиновна (13.1.1844, Витебск губ. Иванов а. — 12.9.1934, Хвалы‑Почернице а., Чехословакия), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. Социал‑революционерҙар партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1874—96 йй. һәм 1907—17 йй. төрмәлә, каторгала һәм һөргөндә була. Революция (1905—07), революция (1917) һәм Граждандар һуғышы барышында Златоуст, Өфө, Силәбе һ.б. Көньяҡ Урал ҡалаларында агитация‑пропаганда эше м‑н шөғөлләнә. 1918 й. ғин. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. Июнь—сент. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты эшендә һәм Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша. 1919 й. эмиграцияла.

Әҫәрҙ.: Из моих воспоминаний. СПб., 1906; Бабушка Е.К.Брешко‑Брешковская о самой себе. Пг., 1917.

Әҙәб.: Попов И.И. Е.К.Брешко-Брешковская. Бабушка русской революции. Пг., 1917.

Г.В.Мордвинцев, И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика