БРЕХОВА Галина Николаевна (4.6.1945, Находка ҡ.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1969). 1965 й. алып “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”; ҡара: “Белебеевские известия”) Бәләбәй р‑н гәзите эргәһендәге радиотапшырыуҙың хәбәрсе‑ойоштороусыһы. 1983 й. башлап “Белебеевские известия” (“Бәләбәй хәбәрҙәре”) гәз. бүлек мөдире, 1993 й. — бүлек мөхәррире. Ижт.‑сәйәси тематикаға яҙылған мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1995).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика