БӨГӨЛМӘ ВЕДОМСТВОҺЫ, Ырымбур губернаһы составындағы адм.‑терр. берәмек. 18 б. 60‑сы йй. башында ойошторола. Адм. үҙәге — Бөгөлмә биҫтәһе. Яңы Мәскәү юлының ике яғынан (Ырымбур—Ҡазан) Нуғай даруғаһы Бикҡол а. алып Ҡазан губернаһы Кисеү фельдшанцына тиклем терр‑яны биләй. Б.в. составына Яңы Мәскәү юлынан көнбайышҡа ҡарай урынлашҡан ауылдары м‑н бергә Кувацкая, Письменская биҫтәләре, Боғорослан биҫтәһе инә. Идара итеүҙе воевода етәкселегендә земство контораһы тормошҡа ашыра. 1762 й. ведомствола 4720 ир заты иҫәпләнә. Төп халҡы: дәүләт крәҫтиәндәре (однодворецтар, отставкаға сыҡҡан түбәнге дәрәжәлеләр һәм хөкүмәттеке тип иғлан ителгән башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә Ҡазан губ. күсерелгән яһаҡлы татарҙар), ш. уҡ крепостной крәҫтиәндәр һәм типтәрҙәр. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында Б.в. биләмәһендә Әбдрәшит Айытов, Айыт Ураҙмәтов, Г.Д.Давыдов һ.б. отрядтары хәрәкәт итә. 1781 й. Өфө наместниклығы булдырыу т‑дағы указ м‑н Б.в. бөтөрөлә, уның терр‑яһы Бөгөлмә өйәҙенә һәм Боғорослан өйәҙенә инә.

Әҙәб.: Материалы по истории Башкирской АССР. Т.4. Экономические и социальные отношения в Башкирии и Управление Оренбургским краем в 50—70‑х годах XVIII в.: в 2 ч. М., 1956.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Г.М.Яҡупова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика