БӨГӨЛМӘ БИҪТӘҺЕ, 1736 й. Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ялан Зәй й. (Кама й. ҡушылдығы) Бөгөлмә й. ҡойған ерҙә нигеҙ һалына. 18 б. 60‑сы йй. башынан Бөгөлмә ведомствоһының адм. үҙәге. Бөгөлмә й. исеме м‑н аталған. Биҫтәгә Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләренән күсерелгән игенселек м‑н шөғөлләнеүсе һалдаттар, ҡасҡындар, һөргөнгә ебәрелгән кешеләр, дәүләт крәҫтиәндәре урынлашҡан. 18 б. уртаһында Б.б. 500‑гә яҡын хужалыҡ, 2 сиркәү, ҡарттар йорто булған. Йыл һайын Ҡазан (авг.) һәм Воздвиженка (сент.) йәрминкәләре үткәрелгән. Б.б. аша Ырымбур—Ҡазан һәм Өфө—Ҡазан юлдары үткән. Халыҡ башлыса һөнәрселек кәсебе, юлаусылар йорто тотоу, ылаусылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында хөкүмәт ғәскәрҙәренең урынлашыу үҙәктәренең береһенә әүерелә. Өфө наместниклығын ойоштороу т‑дағы 1781 й. указға ярашлы Б.б. өйәҙ ҡалаһы (ҡара: Бөгөлмә) статусын ала һәм Бөгөлмә өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика