БӨГӨЛМӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Воздвиженка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 48 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 37 кеше; 1920 — 57; 1939 — 67; 1959 — 143; 1989 — 149; 2002 — 142; 2010 — 131 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002).

1876 й. Бәләбәй өйәҙендә Бөгөлмә утары булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 4 йортта 26 кеше йәшәгән. 1917 й. алып хәҙ. исемде йөрөткән ҡасаба булараҡ теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Г.Ә.Ситдиҡова

Текст на русском языке

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика