БРЕКЧИЯ (итал. breccia), бер төрлө йәки төрлө‑төрлө тигеҙһеҙ ватыҡтарҙан (10 мм ашыу) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Б. ингән ватыҡтар составы б‑са ғәҙәттә цементтан ҡырҡа айырыла, тик ҡайһы берҙә уға оҡшаш булыуы мөмкин. Ватыҡтарының үлсәме б‑са Б. ҙур киҫәклеләргә (1000 мм ашыу), эре, уртаса һәм ваҡ ватыҡлыларға (1000—100 мм), эре, уртаса һәм ваҡ ташлыларға (100—10 мм) айыралар. Башҡортостанда бөтә төрө осрай; Магнитогорск мегасинклинорийында таралған вулканик Б. өйрәнелгән.

Әҙәб.: Рухин Л.Б. Основы литологии. Учение об осадочных породах. Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика