БОШМАН, 13 б. 30‑сы йй. ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең Волга буйында Монгол империяһы ғәскәрҙәренә ҡаршы яу башлығы. Сығышы м‑н бүреле ҡыпсаҡ ҡәбиләһенән. Ас ҡәбиләләре башлығы Ҡасир‑укулэ м‑н берлектә Дәшти Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре союзының монгол ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. 1237 й. Волга й. янында монгол ханы Мүнкенең 20 меңлек армияһы м‑н һуғышта Б. ғәскәре еңелә. Б. әсирлеккә эләгә. “Бошман‑Ҡыпсаҡ батыр” башҡ. риүәйәте б‑са, хандың ғәскәр башлығы булыуҙан баш тартҡаны өсөн, язалап үлтерелә. Фаразланыуынса, ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең бошман ырыуы башҡорттарының сығышы Б бәйле.

Әҙәб.: Тизенгаузен В.Г. Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. В 2 т. Т.2. М.; Л., 1941; Рашид ад-дин. Сборник летописей. В 3 т. Т.2. М.; Л., 1960; Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика