БОЧКО Светлана Дамир ҡыҙы (12.1.1963, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1988). “Геракл” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.В.Горшков). Рәсәй чемпионаты (2003) һәм Кубоктарының (2001, 2003) бронза призёры. Студенттар араһында донъя чемп. (2002—03), донъя чемпионатының көмөш призёры (2001), Рәсәйҙең абс. чемп. (2001), Рәсәй чемп. (2002—07). Ветерандар араһында Европа чемп. (2003). Студенттар араһында 40 тапҡыр Рәсәй рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика