БОҺОРМАН, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 666 кеше; 1920 — 848; 1939 — 574; 1959 — 232; 1989 — 186; 2002 — 239; 2010 — 202 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

1876 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө губернаһы һәм Ҡазан губернаһы крәҫтиәндәре Б. (Егорьевка) бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 70 йортта 382 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне, 2 ат м‑н ярма һурғыс булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ булған. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика