БОХАРОВА Гөлнур Һарун ҡыҙы (29.11.1960, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Түбәнге Ташбүкән а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1984). 1978 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ғафури р‑нының Ҡурғашлы урта мәктәбендә, 1988 й. — ТТӘИ‑лә эшләй, 1989 й. — БАДТ‑ның әҙәбидрама бүлегенең өлкән мөхәррире. 1990 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре когнитив лингвистика, лингвокультурология, ономастика, этимология проблемаларына арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм: Мифопоэтическая картина мира в башкирской топонимии. Уфа, 2003; Башкирская ономастика в контексте духовной культуры. Уфа, 2006; Башкирский народный эпос “Урал‑батыр”: когнитивно‑дискурсивный и концептуальный анализ. Уфа, 2008.

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика