БОТУЛИЗМ (лат. botulus — тултырма), кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Б. тыуҙырыусылар — Clostridium botulinum бактериялары, ҡайнатыуға сыҙамлы споралар барлыҡҡа килтерә, споралар анаэроб шарттарҙа (консервалағанда һ.б.) токсин (оло кеше өсөн үлемесле дозаһы — 0,3 мкг) тыуҙырыусы вегетатив формаларға әйләнә. Б. тыуҙырыусы 7 серотип (A, B, C, D, E, F, G) билдәләнгән; кешелә ауырыуҙы йышыраҡ A, B, E серотиптары тыуҙыра; ҡоштарҙа, ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙә, ваҡ малда — C серотибы; һыйыр малында — D һәм C; йылҡыла — B һәм E. Аҙыҡ (сифатһыҙ аҙыҡ ҡулланғанда йоға) һәм яра (яра аша) Б. айыралар. Кеше организмына сир тыуҙырыусының эсәктән ҡан системаһына үтеп ингән токсин бүлеп сығарыусы вегетатив формалары эләгә. Инкубация осоро 2 сәғәттән алып 10 көнгә тиклем дауам итә. Ботулизм бактерияһы токсины нервы, мускулдар системаһын һ.б. зарарлай. Төп симптомдары: эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолоу (уҡшыу, эс ҡатыу һ.б.), бит, күҙ алмаһы, тамаҡ, йотҡолоҡ мускулдары параличы һ.б. Диагностика өсөн лаб. тикшереү (бактериологик анализ, биопроба алымы һ.б.) мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау медикаментоз (Б. ҡаршы сыворотка, йөрәк, эс йомшартыусы дарыуҙар), ашҡаҙанды йыуҙырыу һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тын ала алмау һәм пневмония, миокардит һ.б. Иҫкәртеү: консервалау, ыҫлау, ҡаҡлау ваҡытында аҙыҡты ентекле термик эшкәртеү, уны һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү; яраны ваҡытында эшкәртеү. Башҡортостанда йыл һайын Б. м‑н ауырыуҙың айырым осраҡтары (үлем 70%‑ҡа тиклем) асыҡлана. Медицина университеты ғалимдары (А.П.Мамон, Д.Х.Хунафина) хайуандарҙың мускул туҡымаһына эшләнгән биопробаны файҙаланып Б. токсинын асыҡлау методикаһын дауалау практикаһына индерә. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында Б. ҡаршы сыворотка (Т.А.Баталова, Ю.Б.Лукин, В.П.Царапкин), ботулизм анатоксиндары (В.Н.Мельников), Б. иҫкәртеү өсөн ҡоро балансланған полианатоксин (Р.Ә.Афанасьева, Р.Ш.Мағазов, Мельников, Р.Ә.Хөснийәрова, Ф.Ф.Чекмина, Ю.А.Шаронов) алыу технологиялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә.

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика