БОТАНИКА БАҠСА‑ИНСТИТУТЫ, 1932 й. Өфөлә БАССР‑ҙың А.х. ХК эргәһендәге Ботаника баҡсаһы булараҡ ойошторола, 1952 й. алып Биология институты составында, 1991 й. башлап РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса‑институты Өфөнөң парк өлөшөндә, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. һыу айырғысында урынлашҡан. Б.б.‑и. себер шыршыһының, Сукачёв ҡарағасының, ябай ҡарағайҙың (С.Е.Кучеров, В.П.Путенихин, З.Х.Шиһапов) фенотипик үҙгәреүсәнлеге һәм генетик күп төрлөлөгө, алмағастың яңы сорттарын сығарыу (Г.А.Мансуров), экологик мониторинг принциптары (Н.В.Старова), төрлө биотопта үҫкән ылыҫлы ағас төрҙәренең кариотиптары (Н.А.Калашник) өйрәнелә. Үҫемлектәрҙең туҡыма культураһы (Р.К.Байбурина, Ә.Ә.Зарипова, А.Ш.Әхмәтова һ.б.); декоратив (И.Е.Анищенко, Р.В.Вафин, Л.С.Никитина, Ә.Ф.Рәхимова, З.Н.Сөләймәнов), мал аҙығы (Е.В.Кучеров, М.С.Мөхәмәтшин) һәм дарыу үҫемлектәренең (Л.М.Абрамова, Н.Х.Зәйдуллина, Зарипова) биологияһы тикшерелә. Б.б.‑и. составында дендрология һәм урман селекцияһы, ҡырағай үҫемлектәр флораһы һәм үләнле үҫемлектәр интродукцияһы, ағас үҫемлектәр интродукцияһы һәм ландшафты йәшелләндереү, сәскәле үҫемлектәр интродукцияһы һәм селекцияһы, урман генетикаһы, үҫемлектәр морфогенезы һәм биотехнологияһы, үҫемлектәр цитологияһы лаб. бар. Институтта 60‑ҡа яҡын кеше эшләй, шуларҙың 3‑һө ф. д‑ры һәм 16‑һы ф. канд. (2010 й.). 2 йүнәлеш б‑са аспирантура эшләй: ботаника; урман культураһы, селекция һәм орлоҡсолоҡ. 20 га ашыу асыҡ грунт майҙанын Урал, Алыҫ Көнсығыш, Себер флораһына ингән 1,5 меңдән ашыу үҫемлек төрө һәм сорты коллекциялары (600‑ҙән ашыу төр ағас‑ҡыуаҡ, 115 — дарыу үҫемлеге, яҡынса 200 — а.х., 440 — декоратив үҫемлек, 180 — үҫемлектең һирәк төрө) биләй. Оранжереяла (майҙаны 1350 м2) 612‑нән ашыу төр, форма һәм сорттағы тропик, субтропик үҫемлектәр (ике ҡалаҡсалы гинкго, пирамидаль сәрүи ағасы, япон криптомерияһы, эре сәскәле магнолия, еләкле тисс һ.б.) бар. Б.б.‑и. шыҡтымдың (О.А.Кравченко, Л.С.Новикова), сирендең (А.С. Сахарова), әлморондоң (Н.М.Мурысёва) яңы сорттары, яңы культуралар — абиссин крамбеһы, яҫы емешле бойҙан, үтә тишелгән япраҡлы сильфия, топинсолнечник (Кучеров, Мөхәмәтшин, Т.П.Михайлова) үҫемлектәре сығарыла һәм етештереүгә индерелә. РФ‑тың башҡа төбәктәренең, Германияның, Швецияның ботаника баҡсалары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Б.б.‑и. м‑н А.Н.Богданов, Е.Н.КлобуковаАлисова, Ю.З.Кулагин, Л.И.Сергеев һ.б. фәнни эшмәкәрлеге бәйле.

Мөдирҙәре (дир.): А.Я.Овсянников (1932 й. алып), Н.П.Егоров (1935 й. алып), А.Л.Коркешко (1941 й. февр.-сент.), Кравченко (1941 й. сент. алып), Кучеров (1957—68 йй., 1986—87 йй.), Сахарова (1968 й. алып), Кулагин (1971 й. алып), Н.З.Вәлиәхмәтов (1976 й. алып), Р.И.Хәйбуллин (1982 й. алып), Н.А. Мартьянов (1987 й. алып), Старова (1988 й. алып), Шиһапов (1998 й. алып).

Әҙәб.: Ботанический сад Башкирского филиала АН СССР. Уфа, 1959; Ботанический сад Института биологии БФАН СССР. Уфа, 1987.

Е.В.Кучеров, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика