АБЗАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 916; 1939 — 560; 1959 — 501; 1989 — 228; 2002 — 200; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡайынлыҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. билдәле. Һуңыраҡ керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 74 кеше йәшәгән, 1865 й. 105 йортта — 621 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре, ҡап тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке