БОТАНИКА (гр. botánē — үҫемлек, үлән), үҫемлектәр т‑дағы фәндәр комплексы. Үҫемлектәрҙең төрлөлөгөн һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен (систематика), эске һәм тышҡы төҙөлөшөн (үҫемлектәр анатомияһы, морфология), йәшәү эшмәкәрлеге үҙенсәлектәрен (эмбриология, эволюция), уларҙың йәшәү мөхите м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен (экология), үҫемлек бергәлектәрен (фитоценология) өйрәнә. Өйрәнеү объектына бәйле альгология, бриология, птеридология (ҡаҙаяҡтарҙы өйрәнә) айырыла; ботаник дисциплиналарға традицион рәүештә микология һәм лихенология (лишайниктар) индерелә. Башҡортостанда тәүге ботаник тикшеренеүҙәрҙе 18 б. 2‑се ярт. акад. П.С.Паллас үткәрә, 19 б. аҙ. флораны С.И.Коржинский, О.А.Федченко һ.б. өйрәнә. 1928—31 йй. флористик‑ресурс ғилеме тикшеренеүҙәре м‑н респ. И.М.Крашенинников етәкс. СССР ФА Башҡ‑н комплекслы экспедицияһының геоботаник отрядтары шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында флораны өйрәнеүгә украин ғалимдары Е.М.Брадис, М.И.Котов һ.б. ҙур өлөш индерә. Ашарға яраҡлы үҫемлек ресурстары т‑да мәғлүмәттәрҙе Е.Н.Клобукова‑Алисова әҙерләй. 70‑се йй. алып Башҡортостанда төплө ботаник тикшеренеүҙәр үткәрелә. Биология институтында (Ғ.Ҡ.Байков, Ә.Х.Ғәлиева, Е.В.Кучеров, Н.В.Маслова, С.М.Сираева, С.С.Хәйретдинов) күп кенә баллы, витаминлы, дарыу, мал аҙығы үҫемлектәренең запасы һәм уларҙың химик составы билдәләнә. Респ. терр‑яһында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре (шыҡтым, Руссов бармаҡтамыры, һырлы шток-роза һ.б.) асыҡлана һәм күпселек орлоҡло һәм ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы үҫемлектәрҙең ареалы аныҡлана (Э.З.Байышева, Кучеров, А.Ә.Мулдашев һ.б.).

Башҡортостан үҫемлек бергәлектәренең составы, структураһы, уңыш биреүсәнлеге һәм динамикаһы өйрәнелә. Биол. ин‑тының геоботаника һәм үҫемлек ресурстары лаб. (Б.М.Миркин, А.И.Соломещ, В.Б.Мартыненко һ.б.), Башҡорт дәүләт университетының ботаника, экология каф. (А.Р.Ишбирҙин, Миркин, С.М.Ямалов һ.б.), Сибай институтында (С.И.Йәнтүрин, Р.Й.Муллағолов, Ә.Ә.Әминева һ.б.) һәм Педагогия университетында (Л.Г.Наумова) үҫемлектәр классификацияһы, үҫемлектәр донъяһын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу саралары эшләнә; БР‑ҙың Йәшел китабын төҙөү эше алып барыла. Альгология б‑са тикшеренеүҙәр БДУ‑ла (И.Е.Дубовик, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, Ф.Б.Шкундина һ.б.), БДПУ‑ла (Л.А.Ғайсина, Р.Р.Кәбиров, Л.М.Сәфиуллина һ.б.), үҫемлектәр селекцияһы һәм интродукцияһы б‑са — Ботаника баҡса‑институтында (Л.М.Абрамова, Р.В.Вафин, Л.Н.Миронова, В.П.Путенихин, З.Х.Шиһапов һ.б.) үткәрелә. Биол. ин‑тының урманды өйрәнеү ғилеме лаб. (А.А.Баталов, Ю.З.Кулагин, А.Ю.Кулагин, Н.А.Мартьянов һ.б.) һәм Аграр университеттың урмансылыҡ каф. (Р.Р.Солтанова, Ә.Ф.Хәйретдинов һ.б.) дендроэкологик прогнозлауҙың төп ҡанундары төҙөлә, техноген ландшафт урмандарын тергеҙеү ысулдары эшләнә. Ботаниктар хеҙмәтенең иң әһәмиәтле һөҙөмтәләре — БР флораһының файҙалы үҫемлектәр запасын билдәләү, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен айырып алыуҙы фәнни нигеҙләү (Ғәлиева, Кучеров, Мулдашев һ.б.), БР‑ҙың үҫемлектәр донъяһының экологик‑флористик классификацияһын эшләү (Ишбирҙин, Мартыненко, Миркин, Ямалов һ.б.), “Башҡорт АССР‑ының ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель высших растений Башкирской АССР”; 1988, 1989), “Башҡорт АССР‑ының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Башкирской АССР”; 1987) һәм “Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Республики Башкортостан”; 2001, 2002) китаптарын төҙөү.

Әҙәб.: Кучеров Е.В., Мулдашев А.А., Галеева А.Х. Охрана редких видов растений на Южном Урале. М., 1987.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика