БОТАЙ, Белорет р‑ндағы ауыл, Егәҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 104 км һәм Олойылға т. юл ст. К.Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Ҡаранйылға й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 551 кеше; 1920 — 628; 1939 — 225; 1959 — 242; 1989 — 134; 2002 — 117; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (32 йортта 159 кеше йәшәгән) билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы зауряд-яҫауыл Ирәле Ботаев билдәле. Шулай уҡ Һарышҡы, Нуртаза исемдәре м‑н теркәлгән. 1866 й. 77 йортта 461 кеше иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ф.Әөхәмәҙиев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика