“БОРЬБА” (“Көрәш”), ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)-ның Златоуст өйәҙ ком‑ты һәм революцион ком‑т органы. Златоуст ҡ. урыҫ телендә сыға. 1919—22 йй. РККА‑ның 27-се уҡсылар див. поход типографияһында нәшер ителә. 1919 й. 28 һаны сыға, 1920 й. — 144, 1921 й. — 202, 1922 й. — 105. Гәзит биттәрендә совет власы органдарының бойороҡтары, ҡарарҙары баҫыла, губернала барған хәрби ваҡиғалар яҡтыртыла, большевизм идеялары пропагандалана.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика