БОРХАНОВА Флүрә Булат ҡыҙы (10.1.1956, Нахичевань ҡ.), социолог. Социол. ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Әбйәлил р‑нының Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1980 й. алып ТТӘИ‑лә, 1984 й. — БДПИ‑ла (1986 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1988 й. алып БДУ‑ла: 1990 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006 й. башлап ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ғаилә, гендер социологияһы проблемаларына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй социол. ассоциацияһының Респ. бүлексәһе рәйесе (2006 й. алып). Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1986).

Хеҙм.: Современный брак в Башкортостане. Уфа, 2004; Гендерный фактор в разводах. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика