БОРУЛЕНКОВ Пётр Егорович (10.7.1933, Мәскәү өлк. Ураҙ а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1978), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1983). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) “Газпром нефтехим Салават” ПБ‑нда эшләй: 1963 й. алып цех нач., 1964 й. — производство нач., 1965 й. — баш инженер, 1970 й. — нефтехимия производстволары з‑ды директоры. 1989—90 йй. “Салаватнефтехимремстрой” тресы идарасыһы урынбаҫары. Б. етәкс. нефтехимия производстволары з‑дында юғары баҫымлы полиэтилен етештереү яңыртыла. СССР МС‑ы пр. лауреаты(1984). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика