БОРСАҠ (Pisum), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6—7 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү Б. үҫтерелә, уның аҙыҡ (һыҙырыла торған һәм йәшелсә) һәм мал аҙығы сорттары айырып йөрөтөлә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы беленер‑беленмәҫ дүрт ҡырлы, ҡыуыш, ябай йәки төбөндә тармаҡлы, 20—80 см бейеклектә. Япрағы ҡатмарлы, ишле ҡауырһын формаһында, тармаҡлы мыйыҡса м‑н бөтә. Япраҡ ҡолаҡсыны япраҡтан ҙурыраҡ. Сәскәһе ҡуйынлы, йәшкелт һыҙатлы аҡ, алһыу, ҡыҙыл‑шәмәхә. Сәскәлеге — бер яҡлы тәлгәш. Июндә сәскә ата. Емеше — 3—10 орлоҡло ҡуҙаҡ, июль аҙағында—авг. башында өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 100— 400 г. Орлоҡ составы (%): аҡһым 22—24%, крахмал 46,5, май 1,2, күҙәнәклек 5,7 һ.б. Һыуыҡҡа сыҙамлы, яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Вегетация осоро 70—140 көн. Төп элгәрҙәре — аралыҡ культуралары (силос өсөн кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө), ужым иген культуралары, яҙғы бойҙай. Сәсеү ваҡыты иртә культура. Орлоҡто ябай рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 1,5—3,5 ц/ га, сәсеү тәрәнлеге 6—8 см. Азотфиксацияға һәләтле булғанлыҡтан, Б. башҡа а.х. культуралары өсөн яҡшы элгәр. 20 б. 70—80‑се йй. респ. Б. сәсеү майҙаны 260—280 мең га етә. Иң юғары уңдырышлылыҡ 32,4 ц/ га (Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығы, 1992) тәшкил итә. 2009 й. сәсеү майҙаны — 43,6 мең га, уртаса уңдырышлылығы — 15,9 ц/ га. Ашарға яраҡлы үҫемлек (ярма, он етештерелә, өлгөрмәгән йәшел борсаҡтары һәм орлоғо ҡулланыла) һәм мал аҙығы үҫемлеге (йәшел массаһы, бесәне, орлоғо, һаламы ҡулланыла). Б. селекцияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында (Ф.Ә.Дәүләтов, Б.К.Попов, В.Х.Хангилдин һ.б.) алып барыла. Сәсеү Б. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары сығарған Чишминский 80, Чишминский 95 ҡиммәтле иген сорттары; мал аҙығы өсөн Мелкосемянный 2, Мелкосемянный 3 һ.б. сорттар ҡулланылышҡа индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ҡуҙаҡлы иген культуралары.

Әҙәб.: Федотов В.С. Горох. М., 1960.

Б.К.Попов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика