БОРОНҒО ҺӘМ УРТА БЫУАТ ТӨРКИ ӘҘӘБИ ТЕЛДӘРЕ, төрки ҡәбиләләрҙең һәм халыҡтарҙың милли телгә тиклемге әҙәби теле. Боронғо төрки телдәргә боронғо төрки әҙәбиәте ҡомартҡыларында сағылыш тапҡан Орхон‑Йәнәсәй ҡомартҡылары теле һәм боронғо уйғыр теле, урта төрки телдәргә урта быуат төрки телле әҙәбиәт ҡомартҡылары яҙылған ҡараханлыуйғыр, харәзмтөрки, сығатай телдәре, болғар теле, төрки һ.б. телдәр инә.

Боронғо уйғыр әҙәби теле. Төрки телдәрҙең уйғыр-уғыҙ төркөмөнә ҡарай. Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары теле (рун койнеһы) һәм Турфан ҡ. диалекты нигеҙендә формалаша. Көнсығыш Төркөстандағы Кочо дәүләтенең рәсми теле (9—13 бб.), 18 б. тиклем ҡулланылышта була. Үҙенсәлекле билдәләре: [й] урта тел спиранты урынына ҡайһы бер позицияларҙа [д] алғы тел шаулы өнөн ҡулланыу; хәҙ. төрки телдәрҙә юғалған хәҙ. заман сифат ҡылым яһаусы ‑ғма / ‑ғмә форманты һәм киләсәк заман сифат ҡылым яһаусы ‑дачи/ ‑дәчи форманты булыуы; локатив һәм аблатив билдәләрҙе сағылдырыусы ‑да/ ‑дә аффиксын ҡулланыу һәм башҡалар. Урал‑Волга буйы төрки телендә боронғо уйғыр теленә хас ‑дын/ ‑дин сығанаҡ килеш аффиксы, ‑мыш/ ‑миш сифат ҡылым формаһы, ‑ғыл/ ‑ғил бойороҡ-теләк һөйкәлеше күрһәткесе һ.б. һаҡланған. Боронғо уйғыр теле өсөн боронғо төрки рун яҙмаһы һәм уйғыр яҙмаһы ҡулланылған. Ҡомартҡылар: манихейҙарҙың “Ырҡ битиг” (“Күрәҙәлек китабы”) юрау китабы, “Алтын яруҡ” (“Алтын ялтырауыҡ”) будда китабы һ.б.

Ҡараханлы-уйғыр (хакан, буғрахан) әҙәби теле. Төрки телдәрҙең ҡарлуҡ төркөмөнә ҡарай. 11 б. Ҡарахандар дәүләтендә урындағы ҡәбиләләр теле һәм уларҙың диалекттары йоғонтоһона бирелгән уғыҙ-уйғыр нигеҙендә формалашҡан; 13 б. тиклем ҡулланылышта була. Үҙенсәлекле билдәләре: күплек формаһы ‑лар/ ‑ләр аффиксы ярҙамында (башҡа төрки телдәрҙәге кеүек), ш. уҡ ‑ан/ ‑ән аффиксы ярҙамында; эйәлек категорияһындағы 1-се зат күплек формаһы ‑ымыз/ ‑имиз, ‑мыз/ ‑миз аффикстары ярҙамында, 2-се зат ‑ыңыз/ ‑иңиз, ‑ңыз/ ‑ңиз аффикстары ярҙамында белдерелә; зат алмаштары варианттары бар: “мэн” / “бэн” (мин), “ан”/ “ у” (ул) һ.б. Ҡараханлыуйғыр теле өсөн уйғыр яҙмаһы, һирәгерәк ғәрәп яҙыуы ҡулланылған. Ҡомартҡылар: Йософ Баласағуниҙың “Ҡотаҙғу белек”, Әхмәт Йүгнәкиҙең “Һибәт әл-хаҡаик” (“Хәҡиҡәт бүләктәре”), Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк”, Ҡөрьәнгә аңлатмалар һ.б.

Харәзм-төрки әҙәби теле. 13—14 бб. Һырдаръя й. түбәнге ағымында һәм Алтын Урҙала барлыҡҡа килә. Уның нигеҙен традицион уғыҙ-уйғыр элементтары (исемдәрҙең уртаһында һәм ҡылым нигеҙҙәре аҙағында [ҙ] теш араһы тартынҡыһы, ‑дын сығанаҡ килеш аффиксы, ‑ғлы һәм ‑мыш сифат ҡылым аффикстары һ.б.) һәм ҡыпсаҡтарҙың тел үҙенсәлектәре (исемдәрҙең уртаһында һәм ҡылым нигеҙҙәре аҙағында [й] урта тел тартынҡыһы, ‑ны төшөм килеш аффиксы, ‑ға төбәү-йүнәлеш килеш аффиксы, ‑да урын килеш аффиксы һ.б.) хасил итә. Харәзм-төрки теле өсөн ғәрәп, һирәгерәк уйғыр яҙмаһы ҡулланылған. Ҡомартҡылар: Н.Рабғузиҙың “Ҡиссас әл-әнбиә” (“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында ҡиссалар”), Шәйх Шәриф-Хужаның “Мөин әл-мөрид”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, Харәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Мәхмүт Ғәлиҙең “Нәһж әл-фәрадис” (“Ожмахҡа ҡапҡа”), Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки” һ.б.

Сығатай әҙәби теле. Төрки телдәрҙең ҡарлуҡ төркөмөнә ҡарай. 15—16 бб. Аҡһаҡ Тимер нәҫеле Мәүереннаһрында (рәсми теле булған) ҡараханлы-уйғыр һәм харәзм‑төрки әҙәби телдәре йоғонтоһонда урындағы төрки диалекттар нигеҙендә формалаша. Үҙенсәлекле билдәләре: һүҙҙәрҙең шартлаулы һаңғырау анлаутында һаңғырау [т], ауслаутта — яңғырау фрикатив [ғ] күҙәтелә; [ҡ]-ға бөткән тамыр морфемаһы һәм артҡы рәт һуҙынҡыһына башланған аффикс ялғанған урында һаңғырау шартлаулы [ҡ] яңғырауланмай һ.б. Сығатай теле өсөн ғәрәп, һирәк осраҡта уйғыр яҙмаһы ҡулланылған. Сығатай теле үҫешен ике осорға бүләләр: классикаға тиклемге осор (14 б. аҙ. — 15 б. өстән икенсе өлөшө; Сакхаки, Лотфи, Атаи, Хожанди, Сәйет Әхмәт, Хәйҙәр Харәзми, Әмири, Яҡыни, Әхмәҙи, Гадои әҫәрҙәре м‑н билдәләнә) һәм классик осор (15 б. аҙ. — 16 б.; Әлишер Науаи, Хөсәйен Байҡара, Бабур, Хәмиди, Шәйбани, Убайди, Мәжлеси һ.б.). Сығатай теле, яйлап урындағы элементтарҙы үҙ эсенә алып, төрки теленең локаль варианттарын (Урта Азия, Урал-Волга буйы, Арал-Каспий, Кавказ, Бәләкәй Азия) барлыҡҡа килтерә.

Әҙәб.: Наджип Э.Н. Исследования по истории тюркских языков (XI—XIV вв.). М., 1989; Галяутдинов И.Г. Два века башкирского литературного языка. Уфа, 2000; Тенишев Э.Р. История тюркских письменных литературных языков донациональной поры //Эдгем Рахимович Тенишев: жизнь и творчество. М., 2005.

И.Ғ.Ғәләүетдинов, Э.Р.Тенишев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика