БОРОНҒО ТӨРКИ РУН ЯҘМАҺЫ, Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә һәм боронғо уйғыр телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) ҡулланылған график система. Б.т.р.я. хәрефтәре формаһы б‑са боронғо германдарҙа ҡулланылған рундарҙы хәтерләтә (атамаһы ла шунан). Б.т.р.я. ҡомартҡылары башлыса хәҙ. Монголия (Орхон, Онгин, Селенга һ.б. йылғалар буйы) һәм Рәсәй (Йәнәсәй й. бассейны) терр‑яларында таралған. Орхон (8 б. ҡарай; Тонйоҡуҡҡа арналған ташъяҙма, Ҡолсураға арналған ташъяҙма, Күлтәгингә арналған ташъяҙма, Билге ҡағанға арналған ташъяҙма һ.б.) һәм Йәнәсәй (башлыса 9—11 бб.; стелаларҙағы эпитафиялар, әйберҙәр һәм ҡаяларҙағы яҙыуҙар) ҡомартҡылары Б.т.р.я. иң әһәмиәтле ҡомартҡылары булып һанала. Ҡайһы бер ғалимдар фаразлауынса, Б.т.р.я. согдий яҙмаһы нигеҙендә, курсив һыҙмаларҙың геометрик формаларға үҙгәреүе һөҙөмтәһендә, барлыҡҡа килгән. Б.т.р.я., локаль һәм хронологик варианттарҙы иҫәпкә алғанда, 40-тан ашыу графема бар. Б.т.р.я. йүнәлеше — өҫтән аҫҡа һәм уңдан һулға; һүҙҙәр пунктуацион билдәләр () м‑н айырылған.

Б.т.р.я. билдәләре 1893 й. Дания проф. В.Томсен тарафынан асыҡлана; ҡомартҡыларҙың тәүге тәржемәләрен 1894 й. В.В.Радлов эшләй. Б.т.р.я. нигеҙендәге текстарҙы өйрәнеүгә А.Н.Кононов, С.Е.Малов, П.М.Мелиоранский, Ю.Ф.Немет, М.Ә.Әхмәтов һ.б. хеҙмәттәре арналған. Б.т.р.я. Волга буйы Болғарында ҡулланылған, быны шул терр‑яла табылған рун яҙмалы таштар, тинлек аҡсалар, металдан яһалған һауыттар иҫбатлай. Рун тексы яҙылған ҡәбер ташы 1973 й. Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а. янында археографик экспедиция тарафынан табыла. Б.т.р.я. ҡайһы бер хәрефтәренең башҡ. тамғалары м‑н бер иш һыҙмалары бар: 

Әҙәб.: Әхмәров Ҡ.З. Башҡорт яҙыуы тарихенән: башҡорт әҙәби теленең алфавите һәм орфографияһы тарихе. Өфө, 1972; Кононов А.Н. Грамматика языка тюркских рунических памятников (VII—IX вв.). Л., 1980; Васильев Д.Д. Корпус енисейских письменных памятников. Л., 1982.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.М.Шәрипов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика