БОРОН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Борон а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 38 км алыҫлыҡта Баҙыҡ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1220 кеше; 1920 — 1384; 1939 — 1322; 1959 — 516; 1989 — 261; 2002 — 300; 2010 — 258 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. — 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1810 й. коллегия советнигы Бурунов нигеҙ һала. Һуңынан алпауыт Авдеевтар (ҡара: М.В.Авдеев) ҡарамағына күскән. 1865 й. Б. исеме м‑н 2 ауыл иҫәпкә алынған: 1‑сеһендә (Любовка) 37 йортта 273 кеше йәшәгән, 2‑сеһендә (Васильевка) 42 йортта — 441 кеше. Халҡы игенселек, малс‑ҡ, арба тәгәрмәсе яһау м‑н шөғөлләнгән. 19 б. аҙ. алып бергә иҫәпкә алыналар. 1906 й. сиркәү (1899 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея, шарап һәм мануфактура кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән. Элекке Алексей сиркәүенең бинаһы (19 б. аҙ.) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. И.П.Недолин ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика