БИОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑ының Агробиология ин-ты булараҡ асыла, 1953 й. алып — Биология ин‑ты, 2008 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Биология ин‑ты. 1963—67 йй. БДУ составына инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: биологик төрлөлөктө, тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу өсөн үҫемлектәрҙе һәм тупраҡты өйрәнеү; үҫемлектәрҙең мөхит шарттарына яраҡлашыу реакцияһын һәм тотороҡлоҡ булдырыу барышын, тәбиғи шарттарҙа онтогенетик программаларҙы бойомға ашырыу механизмдарын өйрәнеү; микроорганизмдар-продуценттар бүлеп сығарыу һәм биологик актив матдәләр һәм ферменттар алыуҙың биотехнологияһы, улар нигеҙендә медицина һәм ауыл хужалығы өсөн препараттар әҙерләү. Институт составында 3 бүлек, 10 лаборатория. 1951—62 йй. институт составында нуклеин алмашыныуы лаб. (ҡара: Биохимия һәм генетика институты), 1952—91 йй. Ботаника баҡса-институты була. 76 ғилми хеҙм‑р араһында 18 ф. д‑ры һәм 47 канд. (2010). 7 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ дисс. яҡлау б‑са совет эшләй. Институт ғалимдары эпиген теорияһы нигеҙҙәрен эшләй; идара итеүсе ген селтәрҙәренең төҙөлөш принциптарын һәм эшләү ҡанундарын аса; in vitro шарттарында ашлыҡ үрсеүенең ғәҙәти булмаған системаһын өйрәнә, тәүге тапҡыр үҫемлектәрҙең тиҙ үҫеү реакцияларында фитогормондарҙың ҡатнашыуын күрһәтә. Көньяҡ Урал флораһында 56 реликт һәм 42 эндемик һирәк үҫемлектәрҙең 300-ҙән ашыу төрө табыла һәм тасуирлана. Башҡортостан тупрағының генезисы, геогр., химик, физик, биол. үҙенсәлектәре һәм антропоген эволюцияһы өйрәнелә. Тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеү агротехнологияһы һәм ер ресурстарын рациональ файҙаланыуҙың агроэкологик принциптары (ҡара: Тупраҡ ғилеме), техноген ландшафтарҙа урман тергеҙеү принциптары һәм ысулдары эшләнә. А.х. үҫемлектәренең уңыш биреүсәнлеген һәм иммунитетын күтәреү өсөн бактериаль препараттар булдырыу һәм ҡулланыу стратегияһы нигеҙләнә. Леноил һәм Азолен полифункциональ биопрепараттары, техноген ҡалдыҡ өйөмөн рекультивациялау ысулдары һ.б. уйлап табыла һәм индерелә. “Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Республики Башкортостан”), “БАССР‑ҙың ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель высших растений БАССР”), “Башҡортостан тупраҡтары” (“Почвы Башкортостана”) һ.б. нәшер ителә. Гербарий фонды 90 меңдән ашыу биттән тора. Б.и. тәҡдиме м‑н респ. Башҡортостан милли паркы, 2 тәбиғи парк, дарыу үҫемлектәрен һаҡлау б‑са 12 заказник ойошторола, 30‑ҙан ашыу тәбиғәт объекты тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныла. 300‑ҙән ашыу монография, йыйынтыҡ һәм китап баҫылып сыға. РФ, БДБ, Германия, Канада, Ҡытай, Финляндия, Швейцария, Швеция ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: Ш.Ә.Ғайсин (1952 й. алып), В.Г.Конарев (1957 й. алып), В.К.Ғирфанов (1962 й. алып), Р.Р.Әхмәтов (1981 й. алып), Р.Н.Чураев (1986 й. алып), А.И.Мелентьев (2004 й. алып).

Әҙәб.: Институт биологии Уфимского научного центра РАН. Уфа, 2006.

Р.В.Ураҙгилдин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика