БИОЛОГИЯ (био... һәм ...логия), йәнле тәбиғәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм ойоштороу формалары т‑дағы фәндәр комплексы. Биол. фәндәр системаһы тикшеренеү объекттарына (ботаника, зоология, кеше һәм хайуандар анатомияһы һәм физиологияһы, тупраҡ ғилеме һ.б.), биол. процесс механизмдарына һәм уларҙың организм билдәләрендә күренеүенә (биохимия, генетика һ.б.) ҡарап төҙөлә. Хәҙ. Б. тере материяның ойоштороу кимәлдәре (молекуляр, күҙәнәк, туҡыма, организм һ.б.) т‑дағы тәғлимәткә нигеҙләнә. Б. фәндәренең күпселеге тереклек күренештәрен — бер структур кимәлдә (гистология, цитология һ.б.), ҡайһы берҙәре бер нисә кимәлдә (микология, энтомология һ.б.) өйрәнә. 20 б. яңы биол. дисциплиналар барлыҡҡа килә: биогеохимия, йыһан биологияһы, радиобиология һ.б.; Б. ауыл хужалығы, медицина һәм урмансылыҡ фәненә индергән өлөшө арта; ғәмәли фәндәр (биотехнология, селекция һ.б.) үҫешә, молекуляр генетика, экологик мониторинг һәм биологик төрлөлөктө өйрәнеү ысулдары эшләнә.

Башҡортостанда Б. өлкәһендә систематик фәнни тикшеренеүҙәр 30‑сы йй. башлап алып барыла. Фауна БАХИ‑ла (П.А.Положенцев), Башҡорт ҡурсаулығында (С.В.Кириков, С.И.Снигиревский һ.б.), Башҡ‑н гельминтология экспедицияһында (М.Ғ.Вилданов, М.П.Гнедина һ.б.), Башҡ‑н баҫыусылыҡ фәнни‑тикшеренеү тәж. станцияһында (А.В.Коровкина) өйрәнелә. БАХИ‑ла А.Н.Богданов һәм С.Ф.Курнаев етәкс. төп ҡырағай мал аҙығы үҫемлектәре асыҡлана. БДМИ‑ла микроорганизмдар биохимияһы (И.Л.Вакуленко), кеше һәм хайуандар физиологияһы (В.В. Петровский), гистология (Н.И.Чурбанов, Н.С.Шиманов), микробиология (С.А.Белявцев, Н.И.Мельников) өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана. 50‑се йй. алып Биология институтында арыш, бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө уңышы формалашыуының физиол. үҙенсәлектәре һәм а.х. культураларының тирә‑яҡ мөхиттең насар шарттарына сыҙамлылығы (В.К.Ғирфанов, В.К.Трапезников һ.б.), ағастарҙың ҡышҡа сыҙамлылығының физиол. һәм цитохимик тәбиғәте һәм уны күтәреү ысулдары (К.А.Сергеева, Л.И.Сергеев) өйрәнелә; экологик шарттар м‑н бәйле дендрофиль бөжәктәр градацияһы законлылыҡтары (М.Ғ.Ханисламов, З.Ш.Яфаева) билдәләнә. Үҫемлек ресурстарын өйрәнеүгә — Ғ.Ҡ.Байков, Е.В.Кучеров һ.б., урмандарҙы — Ю.З.Кулагин, А.Ю.Кулагин һ.б., тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәрен һәм тупраҡтың биологик активлығын өйрәнеүгә Ф.Й.Баһауетдинов, И.Ҡ.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев һ.б. хеҙмәттәре арналған. 90‑сы йй. башлап Биология ин‑тында — үҫемлектәр микробиологияһы, биохимияһы һәм физиологияһы (Н.Н.Круглова, Г.Р.Ҡоҙаярова, А.И.Мелентьев һ.б.), биол. күп төрлөлөк (В.Б.Мартыненко, А.Ә.Мулдашев һ.б.), Аграр университетта иген формалашыуының һәм иген культураларының ҡышлау үҙенсәлектәре (Р.Р.Исмәғилев һ.б.) өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла. Б. төрлө йүнәлештәре (биотехнология, матем. генетика, экологик генетика һ.б.) Биохимия һәм генетика институтында (В.А.Вәхитов, О.Е.Мостафина, Р.М.Хәйруллин, Э.К.Хөснөтдинова, А.В.Чемерис, Ф.М.Шакирова һ.б.), Биология ин‑тында (Э.А.Иванова, Р.Н.Чураев һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында (М.Ғ.Баянов, Р.И.Ибраһимов, А.Р.Ишбирҙин, Л.Б.Кәлимуллина, Н.Ә.Кирәева, Р.Ғ.Миңлебаев, Б.М.Миркин, Ф.Б.Шкундина һ.б.), Педагогия университетында (Р.Р.Кәбиров, М.Ғ.Миһранов, Л.Г.Наумова, З.М.Хәсәнова һ.б.), Ботаника баҡса‑институтында (Л.М.Абрамова, В.П.Путенихин, Н.В.Старова, З.Х.Шиһапов һ.б.), Медицина университетында (Ф.С.Зарудий, Ф.Х.Камилов һ.б.) үҫешә.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика