БИОЛОГИК ТӨРЛӨЛӨК, билдәле бер экосистемалағы, терр‑ялағы йәки бөтә планеталағы тере организм төрҙәренең дөйөм һаны. Ерҙә яҡынса 2,5 млн төр билдәле, ләкин күп умыртҡаһыҙҙар, бәшмәктәр, бактериялар тулыһынса асыҡланмаған, шуға күрә, төрлө ғалимдарҙың фекеренсә, 5 млн алып 30 млн тиклем тәшкил итә. Экосистеманың Б.т. тирә‑яҡ мөхит факторҙарына (тигеҙлектә Б.т. таулы урындарға ҡарағанда һәр ваҡыт кәмерәк, сөнки тауҙарҙың көньяҡ һәм төньяҡ битләүҙәрендә яҡтылыҡ, температура һәм һыу режимы төрлө, был үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы төрлөлөгөнөң артыуына килтерә), терр‑яны файҙаланыу режимына (кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда Б.т. кәмей) бәйле. Экосистеманың Б.т. ш. уҡ автотрофтар төрөнөң һаны йоғонто яһай (улар күберәк булған һайын, гетеротрофтар күберәк). Башҡортостанда Б.т. имеҙеүселәр (77 төр), ҡоштар (288), балыҡтар (40), һөйрәлеүселәр (10), ер-һыу хайуандары (10), бөжәктәр (яҡынса 5 мең), сәскәле үҫемлектәр (яҡынса 1700), яланғас орлоҡлолар (8), абаға һымаҡтар (30), ҡырҡбыуындар (8), көкөрт үләндәре (6), мүктәр (400‑ҙән ашыу), лишайниктар (400), ылымыҡтар (яҡынса 1000) һ.б. м‑н билдәләнә. Һәр 10‑сы үҫемлек һәм хайуан төрөнә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Б.т. һаҡлап ҡалыу өсөн махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре ойошторола һәм Ҡыҙыл китаптар төҙөлә.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика