АБДУЛЛИНА Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы [6.12.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], педагог‑методист. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1982), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1950—57 йй. Мораҡ һәм Темәс башҡ. пед. уч‑щелары, 1961—84 йй. — 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты уҡытыусыһы.

Башланғыс һәм 7—8 кластар өсөн башҡ. теле дәреслектәре, 5 класс өсөн “Боронғо донъя тарихы” (“История древнего мира”; тәрж. 1984) дәреслегенең башҡ. тәржемәһе авторы.

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке