БИОЛОГИК ТАҘАРТЫУ, ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыу, микроорганизмдар ярҙамында таҙартыу ҡоролмаларында башҡарыла. Көнкүреш һәм сәнәғәт ағынты һыуҙарын органик бысратыусыларҙан таҙартыуҙың һөҙөмтәле ысулы. Беренсел тондороу бассейндарында механик ҡушылмаларҙы бөтөргәндән һуң, ағынты һыуҙар актив ләмле [актив үрсеүсе микроорганизмдарҙың (бактериялар, бәшмәктәр, ылымыҡтар һ.б.) ҡатмарлы биоценозы] аэротенктарға ебәрелә. Микроорганизмдарҙың йәшәйеш процесында органик бысратыусы матдәләрҙең тарҡалыуы (деструкция) бара. Таҙартылған һыуҙы һәм актив ләм буръяғын айырыу икенсел тондороу баcсейндарында алып барыла, һыу ятҡылыҡтарына ағыҙыр алдынан һыу дезинфекциялана. БР‑ҙа тәүге тапҡыр Б.т. 1960 й. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) индерелә. 1974 й. алып Б.т. Өфө канализация системаһы һәм “Уфахимпром” ААЙ, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә көнкүреш һәм сәнәғәт ағынты һыуҙарын таҙартыу өсөн ҡулланыла. Б.т. ҡулланыу һыуҙың эреүсән органик ҡушылмалар м‑н бысраныуын 93— 97%‑ҡа, нефть продукттары м‑н — 90—95%‑ҡа кәметергә мөмкинлек бирә. 60‑сы йй. башлап Б.т. процестарын өйрәнеү Нефтехимия эшкәртеү институтында (В.Я.Гербер, Р.В.Дудникова, Э.Г.Иоакимис), 1975 й. башлап Нефть техник университетында (М.И.Курганский, В.Д.Назаров) һәм “Росводоканал” пр‑тиеһында (Өфө; И.Р.Сәйфетдинов, А.М.Шапенский) алып барыла. Ләм ҡушылмаһы рециркуляцияһын арттырыу иҫәбенә Б.т. интенсивлаштырыу, илдең күп кенә НЭЗ‑дарында, “Каустик”, “Каучук” ЯАЙ‑ларында, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда һ.б. нитрификация һәм денитрификация зоналарын булдырыу ысулдары эшләнә. 90‑сы йй. алып микроорганизмдарҙың яңы штамдарын — сәнәғәт ағынты һыуҙарын локаль таҙартыу процестары өсөн деструкторҙарҙы — эҙләү һәм айырып алыу ӨДНТУ‑ла (В.В.Зорин, Н.И.Петухова, Л.Х.Хәлимова, Г.Г. Йәғәфәрова) алып барыла.

Н.Г.Ҡурамшина

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика