БИОЛОГИК РЕСУРСТАР, кешенең матди һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүсе йәнле тәбиғәт объекттары. Үҫемлек, хайуандар донъяһы ресурстарын һ.б. айырып йөрөтәләр; генетик ресурстар айырыуса әһәмиәткә эйә. Башҡортостандың үҫемлек ресурстары 2,2 меңдән ашыу төр ябай төҙөлөшлө үҫемлекте һәм яҡынса 1,7 мең ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлекте, ш. иҫ. яҡынса 200 төр дарыу үҫемлеген, 140 — сүсле үҫемлекте, 90 — мал аҙығы үҫемлеген, 280 — баллы үҫемлекте, 190‑дан ашыу — ашарға яраҡлы үҫемлекте, 70 — эфир майҙары биреүсе, 120 — дуплау һәм 90 төр буяу үҫемлеген, үҙ эсенә ала. Үҫемлек ресурстарының мөһим компоненты булып урман ресурстары (ағас, дуплау ҡайыры, сайыр һ.б.) тора. БР‑ҙа 20 ағас төрө үҫә, төп урман барлыҡҡа килтереүсе төрҙәр: аҡ шыршы, имән, йүкә, ҡайын, ҡарағай, шыршы. 2000 й. ағастың дөйөм запасы 716,7 млн м3 тәшкил иткән, ш. иҫ. ылыҫлы төрҙәрҙеке — 173,1, ҡаты япраҡлыларҙыҡы — 58,4, йомшаҡ япраҡлыларҙыҡы — 485,2; респ. 95,0 мең ц бесән әҙерләнгән, емешеләк — 2,4, дарыу-техник сеймалы — 0,4, ҡайын һуты — 0,5, бал — 0,3 мең ц (ҡара: Урман хужалығы). Респ. үҫемлек ресурстарын системалы өйрәнеү 20 б. 20‑се йй. алып башлана. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөнөң урман ресурстарын С.Н.Недригайло өйрәнә, Башҡортостандың тәбиғи сабынлыҡтарын — В.А.Михеев, ҡырағай мал аҙығы үләндәрен — С.Ф.Курнаев; дарыу һәм витаминлы үҫемлек ресурстарын —М.И.Котов, И.А.Лерман һ.б. Мал аҙығы, шифалы, баллы һ.б. үҫемлек ресурстары 1952 й. алып — Биология институтында (Ә.Х.Ғәлиева, Е.В.Кучеров, А.Ә.Мулдашев һ.б.) һәм Ботаника баҡса-институтында (Л.М.Абрамова, Л.Ә.Төхвәтуллина, З.Х.Шиһапов һ.б.), 1959 й. башлап Башҡорт дәүләт университетында (Р.Ғ.Миңлебаев, Б.М.Миркин, С.С.Хәйретдинов һ.б.) өйрәнелә. Башҡортостандың хайуандар донъяһы ресурстары 17 меңдән ашыу төрҙө, ш. иҫ. 120 — моллюскыны, яҡынса 5 мең — быуынтығаяҡлыны, 40 — балыҡты, 10‑ар — ер-һыу хайуанын һәм һөйрәлеүсене, 288 — ҡошто, 77 төр имеҙеүсене, үҙ эсенә ала. Респ. хайуандар донъяһы ресурстарын арттырыу өсөн аҡ амур, америка шәшкеһе, ондатра, пелядь, рипус, сиг-лудога, толстолобикты климатҡа яраҡлаштырыу һәм йылға ҡондоҙо, марал, һыуырҙы климатҡа яңынан яраҡлаштырыу үткәрелә. БР‑ҙың тирә-яҡ мөхит торошо т‑дағы дәүләт доклады мәғлүмәттәре б‑са, 1996— 2000 йй. яҡынса 830 мең аҫ иҫәпләнгән (уртаса), бүре — 0,9, ҡоралай — 8,7, көҙән — 1,1, ҡабан — 1,9, ҡарһаҡ төлкө — 5,6, ҡуян — 66,5, марал — 0,7, мышы — 14,3, тейен — 14,7, төлкө — 8,2, һары шәшке — 240, һеләүһен — 0,3, һоро айыу — 1,9, һыуһар — 3,5 мең. Респ. фаунаһының тәүге тасуирламаһын — Э.А.Эверсманн (1840), һунар йәнлектәренекен — С.Т.Аксаков (1852), ҡоштарҙыҡын П.П.Сушкин (1897) бирә. 20 б. 30‑сы йй. БАХИ‑ла (ҡара: Биология) башланған хайуандар донъяһы ресурстарын өйрәнеү БДУ‑ла (М.Ғ.Баянов, Р.Ф.Биккенин, Ә.Ф.Мәмәтов һ.б.), Педагогия университетында (М.Ғ.Миһранов, С.А.Нехорошков һ.б.), Башҡорт ҡурсаулығында һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығында (Н.М.Гордиюк, С.В.Кириков, Е.М.Снигиревская) алып барыла. Башҡортостандың генетик ресурстары бактерияларҙың, үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың һ.б. нәҫелдән килгән мәғлүмәте м‑н билдәләнә. Селекцияла башҡорт аты, башҡорт бал ҡорто һ.б. файҙаланыла (ҡара: Ауыл хужалығы институты, Урман тәжрибә хужалығы). Биохимия һәм генетика институтында — төрлө организм гендарының ойошторолоуы һәм экспрессияһы, кешенең молекуляр һәм популяцион генетикаһы (В.А.Вәхитов, Т.В.Викторова, Э.К.Хөснөтдинова, А.В.Чемерис, Ф.М.Шакирова һ.б.), Биол. ин‑тында проһәм эукариоттарҙың ген селтәрҙәре структураһы һәм функцияһы (А.В.Ғәлимйәнов, Э.А. Иванова, Т.В.Маркушева, Р.Н.Чураев һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика