БИОЛОГИК КАДАСТР, биологик ресурстар торошо т‑да төп мәғлүмәттәрҙең системалаштырылған йыйылмаһы. Биол. ресурстарҙың үҙ-ара бәйләнешен, уларҙы файҙаланыуҙағы сикләүҙәрҙе, проблемалы ситуациялар барлыҡҡа килеү шарттарын һәм уларҙан сығыу юлдарын билдәләй; экологик мониторинг үткәреү өсөн нигеҙ булып тора. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре, хайуандар (һунар йәнлектәре, һирәк һәм юғала барған төрҙәр, фаунистик) һәм үҫемлектәр донъяһы кадастрҙары айырыла. Б.к. алып барыуҙың норматив нигеҙе — 1995 й. 24 апр. “Хайуандар донъяһы тураһында”, 2001 й. 30 дек. “Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре тураһында” федераль закондары һәм 2002 й. 4 ғин. “Үҫемлектәр донъяһы тураһында” БР законы. Башҡортостанда 1989 й. БАССР МС‑ы эргәһендәге Хайуандар донъяһын һаҡлау һәм һунар хужалығын алып барыу б‑са дәүләт инспекцияһы һунар йәнлектәре фаунаһы һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәре кадастрҙарын төҙөй. 2002 й. ҡарай Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре кадастры эшләнә (2002 й. 12 апр. БР Министрҙар Кабинеты ҡарары м‑н раҫлана), ул РФ өсөн берҙәм мәғлүмәттәрҙе һаҡлау ҡағиҙәләре б‑са, тәбиғәт ресурстарының дәүләт кадастрҙары (ҡара: Ер кадастры, Һыу кадастры) м‑н тура килеү һәм сағыштырыу принциптарына ярашлы алып барыла. Биология институтында 2001—05 йй. А.Ә.Мулдашев етәкс. БР‑ҙың һирәк һәм юғала барған көпшәле үҫемлектәр кадастры төҙөлә, ул БР Ҡыҙыл китабының киңәйтелгән һәм ентекләп эшләнгән аналогы һанала. 2004 й. алып БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда һирәк һәм юғала барған хайуан төрҙәре кадастры өҫтөндә эш алып барыла. 2006 й. “Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре реестры” нәшер ителә.

А.М.Волков, Э.П.Позднякова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика