АБДУЛЛИНА Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы [19.2.1930, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Арғаяш а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 27.2.2002, Өфө], фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) шунда уҡ эшләй (1978—93 йй. 2‑се фармакология каф. мөдире).

Фәнни эшмәкәрлеге гипотензив дарыуҙарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына тәьҫир итеү механизмын, ҡатнаш дарыуҙарҙың артериаль баҫымға, ҡан тамырҙары тонусына һәм региональ ҡан әйләнешенә тәьҫир итеү үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә; спазмолитик һәм бронхолитик тәьҫир итеүсе яңы биологик актив матдәләр эҙләүгә; бейек андыҙҙың һәм төрткөлө һары мәтрүштең дауалау үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Фармакологическая коррекция кининовой системы организма при сердечно-сосудистых заболеваниях. Уфа, 1997 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018