БИОКОММУНИКАЦИЯ (био... һәм лат. сommunico — дөйөм яһайым, бәйләйем, аралашам), бер йәки бер нисә төр организм заттары араһында сигнал ярҙамында информация тапшырыу. Химик Б. аррестанттар (заттарҙың агрегацияһын тыуҙыра), репелленттар (хайуандарҙы ҡурҡыта), аттрактанттар һ.б. матдәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла. Химик Б. — хайуандарҙың ҡылығын билдәләүсе фактор, айырыуса бөжәктәрҙә үҫешкән. Еҫле матдәләргә һиҙгерлек күбәләктәрҙә юғары: ата сыбарғанат инә күбәләкте 0,2—0,3 км алыҫлыҡтан таба, парһыҙ ебәк күбәләге — 4 км, тауискүҙ — 9 км. Үҫемлек фитонцидтары, микроорганизмдарҙы юҡ итеп йәки үҫешен туҡтатып, уларҙың экосистемаларҙағы һанын көйләй. Тактиль (тоташыу) Б. балыҡтарҙа — ян һыҙат ағзалары, имеҙеүселәрҙә тире рецепторҙары аша бара һәм айырыуса йыртҡыстар отряды вәкилдәрендә үҫешкән. Акустик Б. бөжәктәрҙә, балыҡтарҙа, ҡоштарҙа, имеҙеүселәрҙә үҫешкән. Уның әһәмиәте һыу, урман экосистемаларында, мәмерйәләрҙә арта. БР фаунаһының ҡоро ер хайуандары төрҙәре араһында иң алыҫ акустик Б. бүреләрҙә һәм маралдарҙа (2,5 км тиклем). Ҡоштарҙың тоноҡ төҫлө төрҙәренең күбеһенә (сыйырсыҡ, һандуғас һ.б.) өн аралашыуының — юғары, ә сағыу төҫлөләренә (ҡарабаш турғайҙар, ҡыҙылтүштәр, тумыртҡа һымаҡтар һ.б.) түбән кимәле хас. Күреү Б. сигнал әһәмиәтенә эйә булған үҙенсәлекле билдәләр (контраст төҫ, кәүҙә контуры һ.б.) һәм ритуал хәрәкәттәре (йыландар, ҡоштар, имеҙеүселәр) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Б. кеше йорт хайуандарын үрсеткәндә һәм аҫрағанда, һунарҙа ҡулланыла. Респ. химик Б. өйрәнеү 20 б. 70‑се йй. уртаһында башлана. Органик химия институтында Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, Г.А.Толстиков һ.б. бөжәк аттрактанттарын алыу ысулдарын уйлап таба. Нефтехимия һәм катализ институтында бөжәктәр һәм үҫемлектәрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәттәрендә хеморецепция ролен тикшереү алып барыла. О.А.Балтаев, Л.М.Хәлилов, Ә.З.Хәлилова картуф составындағы ҡайһы бер матдәләрҙең колорадо картуф ҡуңыҙын 6 м алыҫлыҡтан йәлеп итеүсе аҙыҡ аттрактанты, башҡа матдәләрҙең репеллент һәм аррестант булараҡ тәьҫир итеүен билдәләй. Тикшеренеү һөҙөмтәләре ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары м‑н көрәшеү өсөн ҡулланыла (ҡара: Үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы). Ҡоштарҙағы акустик Б. Башҡорт дәүләт университетында өйрәнелә (Ә.Ф.Мәмәтов).

Әҙәб.: Дьюсбери Д. Поведение животных. М., 1981.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика