БИМЕТАЛЛ СЫМ, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө булған ике металл йәки иретмә (баҡыр—ҡорос, баҡыр—алюмин, еҙ—ҡорос һ.б.) ҡатламынан торған сым. 20 б. 50‑се йй. алып Башҡортостанда Белорет металлургия комбинатында өҙлөкһөҙ эшләүсе стандарҙа һуҙыу юлы м‑н башлыса автомобиль тәгәрмәстәре покрышкаларының металл кордтары сифатында файҙаланылыусы тышҡы еҙ ҡатламлы ҡорос Б.с.

Н.П.Барыкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.