БИЛӘН, рельеф мезоформаһы, һөҙәк үрле тау һыртының йәнәш бейеклектәргә ҡарата еңелсә түбәнәйеүен сағылдыра. Б. ғәҙәттә тәрәнерәк, киҫкен кәүҙәләнгән, текә битләүле артылыштарҙың бер төрө булып тора. Тау һырттарының киң түңәрәк түбәләренә хас. Һырттың ҡапма-ҡаршы битләүҙәрендә урынлашҡан ундуляциялы антиклиналь йыйырсыҡтарҙың сумыуына (тектоник биләндәргә), тау һыртына арҡыры ярылған зоналарға, йылға үҙәндәренең инеше ҡушылған урынға тура килә. Шулай уҡ ҡапма-ҡаршы урынлашҡан карҙар, боҙлауыҡ цирктары стеналарының бергә ҡушылыуы сәбәпле барлыҡҡа килеүе мөмкин. Тәрән, киң, яҫы төплө Б. тау үткәле тип атала (Тянь‑Шань тау системаһының көнбайыш өлөшөндә Мырҙабат биләне). Башҡортостанда Б. Елмәрҙәк, Оло Ҡалыу, Суртанды, Уралтау һ.б. һырттарҙа булыуы билдәле.

П.Н.Швецов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика