БИЛДӘШ ЭНӘҒАРАҠ (Sympetrum pedemontanum), энәғараҡтар отрядының ысын энәғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Тән оҙонлоғо 2,8—3,5 см. Инә бөжәктең күкрәге һәм ҡорһағы һарғылт көрән, ата энәғараҡтың күкрәге асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы ҡыҙғылт. Башы һәм күҙе ҙур. Ҡанаты үтә күренмәле, осонда киң һоро һыҙат бар. Йомортҡаларын осоп барғанда дымлы тупраҡҡа йәки һыуға һала. Тулы булмаған әүерелеш хас. Балағорттары йөнтәҫ йәки яланғас. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Балағорт ҡышлай. Имагоның осоп сығыу ваҡыты — июль уртаһынан сент. тиклем. Көндөҙ әүҙем. Оло заттар һәм балағорттар бөжәк һ.б. умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡлана. Имаго йылға, шишмә янында, урман ситендә йәшәй, балағорт — һыу буйында. Бүздәк, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика