БИЛДӘЛЕЛЕК ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, билдәле һәм билдәһеҙҙе, берҙән‑берҙе һәм оҡшаш феномендар класынан берәүҙе, һөйләүсенең ышанғанлығын һәм ышанып етмәүен, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн һәм дөрөҫ булмауын һ.б. ҡаршы ҡуйыуҙы белдереүсе грамматик категорияларҙың береһе. Б.һ.б.к. актуалләшеүе аралашыу маҡсатына һәм бурысына бәйле килеп сыға; ул барлыҡ телдәрҙә лә күҙәтелә.

Төрки телдәрҙә Б.һ.б.к. белдереүсе сараларҙы тәүгеләрҙән булып Н.К.Дмитриев айырып күрһәтә. Ж.Ғ.Кейекбаев Б.һ.б.к. нигеҙендә Урал‑Алтай телдәренең типологик оҡшашлығын һәм генетик ҡәрҙәшлеген дәлилләүсе теория эшләй; ғалим фекеренсә, Б.һ.б.к. күрһәткестәре морфемалар төҙөүҙә ҡатнашыусы һуҙынҡыларҙың артикуляцион тибына бәйле: [а], [ә] киң һуҙынҡылары — билдәһеҙлекте, тар һуҙынҡылар билдәлелекте белдерә.

Хәҙ. башҡорт телендә Б.һ.б.к. белдереүсе төп саралар: 1) “бер”, “берәй” һ.б. билдәһеҙлек алмаштары (билдәһеҙлек) һәм“был”, “ошо”, “теге” һ.б. күрһәтеү алмаштары (билдәлелек), сағ.: “бер кеше” — “был кеше”, “берәй урын” — “ошо урын” һ.б.; 2) төшөм һәм эйәлек килеш формалары; махсус аффикстарҙың (төшөм килештә ды, эйәлек килештә дың) булыуы — билдәлелекте, уларҙың булмауы билдәһеҙлекте белдерә, сағ.: “китапты уҡыйым” — “китап уҡыйым”, “һыйырҙың һөтө” — “һыйыр һөтө” һ.б. Төшөм килештәге исемдең билдәлелек йәки билдәһеҙлек мәғәнәһе шулай уҡ һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибенә бәйле, сағ.: “батырҙы яуҙа һынайҙар” — “яуҙа батыр һынайҙар” һ.б. (ҡара: Синтаксис); 3) ҡылым замандарының билдәле һәм билдәһеҙ формалары, сағ.: “сыҡты” — “сыҡҡан”, “осрашырбыҙ” — “осрашасаҡбыҙ” һ.б.; 4) билдәлелекте күрһәткән эйәлек категорияһы аффикстары, айырыуса 1‑се һәм 2‑се зат формаларында сағыла, 3‑сө затта аҙыраҡ, мәҫ., “атым”, “әсәһе” һ.б.

Ә.М.Аҙнабаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика