БИЛДИН Пётр Захарович (1743—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы казактарынан. Ырымбур казак ғәскәрендә хеҙмәт итә, капрал. Нояб. аҙағында баш күтәреүселәргә ҡушыла, Исәт казак полкын етәкләй. Ырымбур ҡ. янында һуғыша. 1774 й. апр. Ырымбур губернаһы Һаҡмар ҡаласығы эргәһендәге һуғышта әсирлеккә эләгә. Ырымбур йәшерен комиссияһында һаҡ аҫтында була. Ҡамсы м‑н һуҡтырыла һәм рядовойға төшөрөлә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика