БИЛГЕШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡашҡа а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта Билгеш й. (Төй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 414 кеше; 1920 — 564; 1939 — 445; 1959 — 503; 1989 — 417; 2002 — 404; 2010 — 329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (20 йортта 65 кеше иҫәпкә алынған) алып билдәле. 1865 й. 34 йортта 204 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.С.Рәхимов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика