БИЛАЛОВ Фидаил Шәйхислам улы [15.7.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны)], спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1966). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта РСФСР зона беренселегенең көмөш призёры һәм команда зачётында еңеүсе (1957). 1000 м бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са төркөмләп төнгө һикереүҙәрҙә донъя рекордсыһы (1960). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика