БИЛАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 408 кеше; 1920 — 609; 1939 — 543; 1959 — 427; 1989 — 504; 2002 — 620; 2010 — 557 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. тиклем) Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Таһир а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Төлкө, Байғондо, Иҙрис һәм Мәмбәтсура Билаловтар билдәле. 1866 й. 71 йортта 335 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауылда улус идараһы урынлашҡан булған. 1900 й. мәсет, мәҙрәсә, 4 һыу тирмәне теркәлгән.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика