БИКӘЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ибраһим а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Киҙәк й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1539 кеше; 1920 — 1778; 1939 — 1205; 1959 — 864; 1989 — 520; 2002 — 534; 2010 — 494 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө-Мең һәм Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1756 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1760 й. ш. уҡ шарттарҙа бында типтәрҙәр, 1770 й. мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп урынлаша. 1795 й. 56 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 849 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй, 2 һыу тирмәне теркәлгән. Р.Х.Әхмәтвәлиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика