АБДУЛЛИН Әнүәр Абдулла улы [5.6.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Дөмәй а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 28.10.2002, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1960). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Карелия, Көнбайыш, Сталинград, Дон, 3‑сө Белоруссия һәм 1‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се армияның 277‑се уҡсылар див. 846‑сы артиллерия полкының орудие ком. өлкән сержант А. 1944 й. 21 авг. Каунас ҡ. көнбайыштараҡ дошман контратакаларын кире ҡаҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. демобилизациялана. 1948—59 йй. Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы р‑ндарында һәм Өфөлә партия эшендә. 1959—86 йй. Өфө резина-техник изделиелар з‑дында эшләй: 1963—70 йй. цех нач., 1970—75 йй. дир. урынбаҫары. Ленин (1945), Окт. Революцияһы (1971), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Р.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.