БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы (25.12.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Әбдрәшит а. — 8.10.2006, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), танкист, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977), СССР матбуғаты отличнигы (1977). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Армияның бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1947). 1937 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көнбайыш, Көньяҡ‑Көнбайыш, Кавказ аръяғы, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 1‑се механизацияланған корпусы 219‑сы танк бригадаһы 586‑сы танк батальонының ком. урынбаҫары капитан Б. 1943 й. 2 окт. Мишурин Рог а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм 3—5 окт. Украина ССР‑ы Солошин а. өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү Парадында ҡатнаша. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1962) БАССР ЮС‑ы аппаратында эшләй. 1966 й. алып 2‑се Өфө ҡала типографияһының дир. урынбаҫары, 1967—92 йй. директоры. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Чарупа Ф.Н. Сильнее брони. М., 1976; Лукманов А. Днепровский плацдарм //Люди легенд. Уфа, 1980.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика