БИКШИК, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән 19 км Көнб. һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 258 кеше; 1920 — 325; 1939 — 348; 1959 — 340; 1989 — 321; 2002 — 287; 2010 — 277 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сабыҡ урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1686 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1865 й. 19 йортта 127 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика